Герб

Официальный сайт
Администрации сельского поселения
Султанмуратовский сельсовет
муниципального района Аургазинский район
Республики Башкортостан

Ауырғазы районы ауылдары «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнаша

Ауырғазы районының 21 ауыл биләмәһенән «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында ҡатнашыуға документтар әҙерләнгән. Берҙәм халыҡ мәҙәниәт йорттарын, мәғариф учреждениеларын төҙөкләндереү, балалар уйын һәм спорт майҙансыҡтары булдырыу, зыяраттарҙы ҡойма менән уратып алыу кеүек проекттарҙы хуплаған. Һәр ауыл республика ҡаҙнаһынан 1 миллион 200 мең һумға тиклем ярҙам алыуға дәғүә итә. Был хаҡта хәбәрсебеҙ Гөлназ Хәйбуллинаның репортажында.

Хәрбиҙәрҙең тик 180-е генә тыуған яғына ҡайтҡан. Ауырғазы районы Мәҫәле ауыл биләмәһенең Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы тарихы – мәктәп музейында сағылыш тапҡан. Хеҙмәт ветераны Иван Ефимов фронт һыҙығында булған яҡташтары тураһында бай мәғлүмәттәр, фото-архив материалдар туплап, сыуаш телендә айырым китап баҫтырып сығарған. Үҫеп килгән быуын өсөн алтынға тиң ҡомартҡы.

Китапта һәр ауылдан күпме һалдат һуғышҡа киткән, иҫән ҡайтҡан, хәбәрһеҙ юғалған булыуы тураһында мәғлүмәт килтерелә. Бөйөк Еңеүгә өлөш индереүселәрҙең барыһы менән дә таныштырырға тырыштыҡ. Хәтер мәңгелек. Эҙләнеү эштәре барышынында утыҙға яҡын яңы исем таптыҡ. Уларҙы ла Мәҫәле ауылындағы мемориаль комплекстың таш плиталарында уйып яҙырға ине.

Иван Ефимов, Мәҫәле ауылында йәшәүсе, хеҙмәт ветераны

Мәҫәле ауылы үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға обелиск 1985 йылда ҡуйылған. Плиталарҙы яңыртырға ваҡыт. «Мәңгелек ут» та янырға тейеш. Мемориаль комплекста капиталь ремонт уҙғарып, биләмәне төҙөкләндереү, тимер ҡойма менән уратып алыу талап ителә. Ошо маҡсатта «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһына смета документтары әҙерләнә башлаған. Заявкала Республика ҡаҙнаһынан 1 миллион 200 мең һум ярҙам һорала. Ҡалған сумма ауыл биләмәһе, бағыусыларҙан йүнәлтеләсәк. Шулай уҡ халыҡ та финанс ярҙам күрһәтергә әҙер.

Программала ҡатнашып еңеү тәжрибәбеҙ бар. Мәктәптең тәҙрә-ишектәре яңыртылғайны, зыярат төҙөкләндерелде. Шулай уҡ иң ҙур ҡыуанысыбыҙ – республика, муниципалитет ярҙамында трактор менән тағылмалы ҡорамалдар һатып алынды. Быйыл иһә йыйылыштар уҙғарып, берҙәм тауыш менән обелисктың киләсәген хәл итергә булдыҡ.

Ирина Александрова, Мәҫәле ауыл биләмәһе башлығы

Солтанморат ауылында йәшәүселәр ҙә «Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһының даими ҡатнашыусыһы. 2019 йылда мәҙәниәт йортона косметик ремонт уҙғарыуға финанс ярҙам йәлеп ителгән. Бинаның тәҙрә-ишектәре яңыртылған, эске һәм тышҡы яҡтан биҙәкләү эштәре башҡарылған.

Мәҙәниәт йортонда концерт-спектаклдәр генә ҡуйылмай, ауылдан республика программаһында ҡатнашасаҡ проекттар ҙа билдәләнә. Быйыл урындағы халыҡ берҙәм тауыш менән зыяратты төҙөкләндереү башланғысын күтәреп алған.

«Урындағы башланғыстарҙы яҡлау» программаһында Солтанморат ауылында йәшәүселәр 2016 йылдан алып ҡатнаша. Тәү сиратта, күпер төҙөкләндерелгән. Капиталь ремонтҡа 1 миллион һум йүнәлтелгән. Артабан берҙәм халыҡ көсө менән мәғариф учреждениелары заманса төҫ алған.

Былтыр Ауырғазы районынан республика программаһында ҡатнашыуға егерме заявка ебәрелгәйне, уларҙың дүрттән бер өлөшөнә уңыш йылмая. Быйыл еңеүселәр исемлеге күберәк булыр тип көтөлә, сөнки һәр ауыл конкурс документтарын әҙерләүгә етди ҡарай.

Гөлназ Хәйбуллина